Новости

Дәүләкән ынйылары

Работа добавлена:






Дәүләкән ынйылары на http://mirrorref.ru

Рәсәй фәндәр академияһы

Өфө ғилми үҙәге

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Дәүләкән ынйылары

Өфө

2008

УДК398 (=943/43)

ББК 82/3 (2Рос=Баш)

Д 95

Рәсәй Фәндәр академияһы

Өфө ғилми  үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының

ғилми советы тарафынан баҫмаға раҫланды

Төҙөүселәр:

А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин

Яуаплы редакторы –

филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершина

Дәүләкән ынйылары /Төҙ. А.М. Хәкимйәнова, Р.Ғ. Мөхә-мәтғәлин.– Өфө: “Эшлекле династия”, 2008. – 328 б.

ISBN 978-5-91608-002-5

Йыйынтыҡ төрлө йылдарҙа Дим буйы башҡорттарынан яҙып алынған фольклор материалдарынан төҙөлдө.

Китап гуманитар фәндәр өлкәһендә эшләгән ғалимдарға, аспиранттарға, студенттарға, ғөмүмән, башҡорт халыҡ ижадына битараф булмағандарға тәғәйенләнә.

ISBN 978-5-91608-002-5   © ИИЯЛ УНЦ РАН, 2008

Редакторҙан

Был йыйынтыҡтың әҙерләнеүе лә, донъя күреүе лә бер ни тиклем үҙенсәлекле. Материалдарҙы йыйыусы уҡытыусы Рәүеф Мөхәмәтғәлин фольклор әҫәрҙәре менән бер рәттән халыҡтың көнкүрешенә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе лә ҡағыҙға теркәп, ҡайһы бер осраҡтарҙа уларға баҫылып сыҡҡан яҙма сығанаҡтарҙан алынған белешмәләрҙе ҡатыштырып, йыйылма “текст” әҙерләгән. Төбәктең тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы кешеләрҙең яҙмалары, мәктәп музейҙарына тапшырылған материалдар байтаҡ. Шуға күрә яҙмаларҙың стиле төрлө: әҙәби тел нормалары нигеҙендә бирелгәндәре лә, ерле һөйләш менән ҡатнаштырылғандары ла бар. Дәүләкән башҡорттарының теле башҡорт теленең көньяҡ диалектына ҡарай. Ғилми әҙәбиәттә уны  күберәген “Дим һөйләше” тип йөрөтәләр. Был һөйләштең төп үҙенсәлеге – “һ” урынына “ҫ” өнө ҡулланыу. Уҡыусы иғтибарына тәҡдим ителгән әлеге йыйынтыҡта, бер нисә тексты иҫкә алмағанда, әҙәби телгә яҡынлаштырып тапшырылған текстарҙың яңғырашы ҡалдырылды. Тотошлайы менән әҙәби йә ерле һөйләш теленә күсереп биреү тупланған яҙмаларҙың үҙенсәлеген үҙгәртеүгә килтерер ине.

Дим буйы башҡорттарының ауыҙ-тел ижады материалдары “Башҡорт халыҡ ижады” томдарында, Фәнүзә Нәҙершинаның”Рухи хазиналар” китабында (Өфө, 1992), һәм уның материалдары нигеҙендә Башҡортостан телевидениеһы төшөргән “Рухи хазиналар эҙенән” исемле ике сериялы документаль видеофильм һ.б. яҙмаларҙа сағылыш тапты. Әммә халыҡ ижады мул һыулы йылға кеүек. Ундағы байлыҡты бер ҡасан да бер генә китапҡа индереп бөтөп булмай. Шуға ла тупланған һәр материалға һаҡсыллыҡ күрһәтеп халыҡтың үҙенә ҡайтарыу хәстәрен күреү – изге эш.

Был йыйынтыҡҡа индерелгән материалдар электән баҫылып сыҡҡан яҙмалар даирәһен киңәйтә. Әлегәсә иғтибарҙан ситтә ҡала килгән дини йүнәлешле текстар, төбәктә билдәле нәҫел-ырыу тармаҡтары хаҡындағы мәғлүмәттәр уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыр, тип уйлайым.

ТӨҘӨҮСЕләрҙән

“Дәүләкән ынйылары” йыйынтығына ошо төбәктә тыуып, әлеге ваҡытта Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе тарих уҡытыусыһы, Халыҡ мәғарифы отличнигы Р.Ғ. Мөхәмәтғәлин йыйған Дим буйы башҡорттарында һаҡланған ауыҙ-тел ижады өлгөләре инде. Бер нисә тиҫтә йыл һуҙымында яҙып алынған был бай материал минең тарафтан һайлап алынып, жанрҙар буйынса системаға һалынды.

Йыйынтыҡ халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлап, теркәп ҡалыу маҡсатынан төҙөлдө, артабан “Башҡорт халыҡ ижады” томдарын төҙөгәндә, ғилми тикшеренеүҙәр өсөн дә сығанаҡ булараҡ файҙалы мәғлүмәт булып торор, тигән ниәттә ҡалабыҙ.

Китап Р.Ғ. Мөхәмәтғәлиндың баш һүҙе менән асыла. Артабан текстар, информанттар исемлеге килтерелә. Һәр текстың аҙағында бирелгән йәйә эсендәге һандар, материалдың ҡайҙан, кемдән яҙып алынғанлығын күрһәтә.

Китапты редакторлауҙа ҙур өлөш индергән филология фәндәре докторы Ф.А. Нәҙершинаға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

А.М. Хәкимйәнова

Инеш

Башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы ифрат бай, ул быуын-быуындан килгән рухи хазинабыҙ. Һәр өлкән быуын, аҡһаҡалдар, сәсән һәм мөғәллимдәр үҙенән һуң килгән быуынды, үҙенә ҡарағанда ла әҙәплерәк, зиһенлерәк, белемлерәк, аҡыллыраҡ, үҙ милләтенә тап төшөрмәҫлек итеп тәрбиәләргә тырышҡан. Һәр башҡорт милләтенән булған кеше ете быуын нәҫелен яттан белергә тейеш булған.

Халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундары айырыуса уның ауыҙ-тел ижадында тупланған.

Мин үҙем 1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡыған йәшлек йылдарымда уҡ, тыуған яғым, гүзәл, матур тәбиғәтле Дәүләкән яҡтарының үткән тарихы, уларҙың көнкүреш йолалары, ауыҙ-тел ижады менән ҡыҙыҡһындым.

Был эшкә, әлбиттә, этәргес көс-ҡеүәт биреүсе булып, минең остазым Башҡортостаныбыҙҙың абруйлы һәм күренекле ғалимы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов булды. Тәүге уҡыу йылдары баҫҡысында Дәүләкән районындағы археологик ҡомартҡылар,  тәүтормош кешеләренең йәшәү урындары, уларҙың көнкүреше, ауылдарҙың ҡасан барлыҡҡа килеүе тураһында әһәмиәтле мәғлүмәттәр туплағас, диплом эшемде лә райондың боронғо һәм хәҙерге тарихына бағышланым.

Уҡыу йылдарымда миңә бик күп тапҡырҙар Асылыкүл, Өршәк, Дим буйында йәшәгән башҡорт милләтенән булған ауыл аҡһаҡалдары, аҡ яулыҡлы тиҫбе тартып ултырған йор һүҙле инәйҙәр менән осрашып һөйләшергә һәм бик ҡиммәтле мәғлүмәттәр йыйырға тура килде. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында йыйылған материалдарымды баҫтырыу форсаты теймәне.

Дәүләкән районы башҡорттарының фольклорын бер йыйынтыҡҡа туплау идеяһы тыуғас, мин күренекле ғалимдарыбыҙ Фәнүзә Нәҙершина, Розалия Солтангәрәева, Рәшит Шәкүр, Азат Камалов һәм Рәсимә Ураҡсина йыйған материалдарҙы ла файҙаланырға булдым.

Үҙемдең сәйәхәтемдә ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе мәктәп музейҙарынан алырға тура килде. Мин бигерәк тә Ҡоръятмаҫ, Ҡыҙрас, Мәкәш, 1-се һәм 2-се һанлы Ҡаҙанғол мәктәптәре, Дәүләкәндең 3-сө һанлы урта мәктәбе, Иҫке Мерәҫ, Дүртөйлө һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыларына рәхмәтлемен.

Халыҡтың йөрәк тибешен тойоп, уның тамырҙарынан һут алып, шатлығына ҡыуанып йәшәгән кеше – иң бәхетле кешеләрҙең береһелер, моғайын. Шуға ла был китапты әҙерләгәндә, гүзәл Дәүләкән районының төрлө тарафтарында ынйы бөртөктәре кеүек һибелгән халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын бер урынға йыйнау төп маҡсат итеп ҡуйылды.

Был фольклор материалдарын мәғариф һәм мәҙәниәт  өлкәһендәге кешеләр үҙ итер тигән ышаныста ҡалам.

Рәхим итеп, китап биттәрен ас, хөрмәтле уҡыусым!

   Рәүеф Ғәфүр улы Мөхәмәтғәлин,

   Халыҡ мәғарифы отличнигы

Йолалар

Бәпес үҫтереү йолаһы(142)

Бәпес тыуыр алдынан уҡ, ата-инәһе алдан бәпескә кәрәк-яраҡтарын әҙерләп ҡуя, бүләктәр алына (һабын, ҡулъяулыҡ, баш яулыҡ, түбәтәй һ.б.). Бәпес тыуғандан һуң, яҡындары, таныштары, күрше-күлән һәм ауылдаштары бәпескә бүләк һәм инәһенә тәмле ризыҡтар бешереп алып киләләр. Килгән кешегә ата-инәһе бүләк бирә, бәпес бүләге тип. Ҙурыраҡ, оло йәштәге инәйҙәргә баш яулыҡтар, йәшерәктәренә һөлгө, еҫле һабын кеүек бүләктәр бирелә.

Бәпестең инәһе өҙлөкмәһен өсөн, өс көнгә тиклем иң яҡын кешеләре генә килә, ә ҡалғандары һуңыраҡ, бәпестең 40 көнөнә тиклем, килеп бүләкләйҙәр. Килгән кешеләргә бәпес сәйе әҙерләнә.

Бәпес үҫтереү маҡсатында беренсе мунса яғыла. Оло кешеләр бәпесте мунса йыуындырып, ҙур, һау-сәләмәт булһын тип, ғөсөл ҡойондоралар. Парлы кеше быны эшләй, ата-инәһе ир затынан булған кешегә түбәтәй йә күлдәк бирәләр, ә ҡатын кешегә, беренсе мунса кереткәнгә, күлдәклек йә булмаһа баш яулығы бирелә. Бәпестең беренсе сәсен алған кешегә (быны ҡарт атаһы, йә булмаһа яҡын бабаһы башҡара) бүләккә бәрәс вәғәҙә ителә.

Балаға 40 көнө уҙғансы исем ҡушыла. Был табынға мулла, йә булмаһа уҡымышлы ир затынан бер бабай, һәм яҡын  тыумасалары саҡырыла. Исем әйтелеп, вәғәз уҡыла. Унан һуң ата-инәһенең береһе, бәпес бүләге тип, табынға саҡырылған һәр кешегә исем ҡушылған бәпес исеменән бүләк тапшыра. Был көндө табынға саҡырылған ҡунаҡтарҙың кем булыуына ҡарамаҫтан, иҫерткес эсеү ҡәтғи тыйыла. Саҡырылған һәр кеше теләктәрен әйтеп, бәпескә бүләктәрен тапшырып, һаубуллашып ҡайтып китә.

Бүләк һалғанда балаға ныҡ ҡарамайынса, бер һирпеп кенә уң яғына ҡарап, теләк теләйҙәр :

Собханалла һыуалла!

Бәләкәй генә бер бәпес,

Беҙҙән теләк ҡабул ит!

Атаңа һин терәк бул,

Инәңә һин кәрәк бул.

Һау-сәләмәт кеше булып,

Бәхетле булып үҫ!

Унан һуң уң ҡул менән ауыҙҙы ҡаплап, күҙ теймәһен тип түбәнгә ҡарап, өс тапҡыр “тфү-тфү-тфү”, – тиҙәр.

Мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа ҡот ҡойоу йолаһы(129)

Мал, ҡош-ҡорт һатып алғанда, йә булмаһа һатҡанда, ҡош-ҡортттоң ҡанат аҫтынан бер нисә хәрәм йөнө алына. Былай эшләгәндә ҡош-ҡорттоң ҡото китмәҫ, йомортҡаһы күп булыр, үрсеме артыр. Малдың  ҡултыҡ аҫтындағы бер нисә генә йөнө тартып алыныр. Был да мал-тыуарҙың ҡото китмәһен, бәрәкәтле булһын өсөн эшләнә.

Һатҡан кеше “бисмиллаһир-рахманир-рахим!” тип, башы менән үҙенә ҡаратып,  алған хужаһына тотторор.  Алған кеше ошо уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлап, ҡош-ҡорттоң башын үҙенә бороп: “әлхәмдиллаһи шөкөр” тип әйтер.

Алған кеше һатҡан хужа кешегә бүләк бирә. Бүләген ул тәүҙә мал-тыуарына тейгеҙеп, унан һуң һатҡан хужа кешегә тоттора.

Ҡош-ҡорт, мал-тыуар һатҡан кеше, ҡулына аҡса алғас,  уң ҡулына аҡса тотҡан килеш мал өҫтөнән аҡсаны елпеп, бәрәкәте менән барығыҙ, бәрәкәте менән ҡайтығыҙ, тип әйтергә тейеш.

Табын әҙерләп сәй-фәлән эсергә ярай, ләкин иҫерткес эсемлектәр эсеү – ҙур гонаһ. Аллаһы тәғәлә һатыу-алыуға фатиха бирмәҫ, малдың, ҡош-ҡорттоң бәрәкәте китер, ырыҫы юғалыр тиҙәр.

Һатып алынған малды өйгә алып ҡайтҡас һарайға керетер алдынан ишек алдына бәйләп ҡуйып, янына тәмле ризыҡ бирелә.

Һарайға инер алдынан малдың аяҡ-тояғындағы бысраҡтары алынып, бер һауытҡа һалына. Ҡош-ҡорттоң тәпәйҙәрен йыуып, йыуылған һыуҙы һәм тояҡтан алынған бысраҡтарҙы сүп түгелә торған урынға алып барып, ергә күмәләр.

Таҙартылған мал, ҡош-ҡортто: “Төклө аяғың менән, малҡай!” – тип алып инергә.

Дим буйында ошондай йола ла таралған: малдың  ҡото, һөтө күп булһын өсөн бер баш һарымһаҡ алынып, шуның ослайып  торған яғы киҫеп ташлана. Ошо киҫелгән өлөшө менән малдың маңлайына яңы тулған ай һүрәте яһала. Был –бәрәкәтлек билгеһе, малың бер ваҡытта ла ауырымаҫ, мал-тыуарың ишле, күп үрсемле булып, ризыҡҡа яҙыр, тигәне.

Мәрхүмде ерләү йолаһы(107)

Мәрхүмде ерләгәндә был яҡтарҙа ғына һаҡланып ҡалған элек-электән бер йола йәшәп килә. Мәрхүмде йыуғандан һуң, бик шәп кенә туры атҡа бер етеҙерәк малайҙы атландырып, ауыл буйлап “йыназаға барығыҙ” тип ҡысҡырталар.

Һыбай менгән кеше ҡапҡанан сыҡҡас, тәүҙә уң яҡҡа атын борорға тейеш (шулай иткәндә һауаплы, дөрөҫ була), унан һуң боролоп ике-өс өй тураһынан уҙған һайын “йыназаға барығыҙ” тип ҡысҡырып, атта сабып уҙа.

Ҡайтҡас, аттың тояҡтары таҙартыла, сүбе йыраҡ ергә итеп ташланыла. Был яҡтарҙа мәрхүм-мәрхүмәне оҙатырға ауылдың бар халҡы ашыға, мәрхүм-мәрхүмәне хөрмәт итеп хәйер һалына, фатиха ҡылына. Гүр саҙаҡаһына аяҡтарын йыуып, йорт ҡошо бирелә. Уны гонаһһыҙ, саф күңелле, уҡымышлы кешеләрҙең береһенә бирәләр. Ҡөръән сүрәһе уҡылғас, мәрхүмдең өйҙә ҡалған яҡындарынан береһе бар халыҡ алдында: “Гүр саҙаҡаһын ошо кешегә бирәм” – тип әйтә.

Мәйетте ҡапҡанан алып сыҡҡас та, ҡапҡалар ябылып ҡуйыла. Был өйгә ҡабат ҡайғы-хәсрәт, ғазраил килмәһен тигән мәғәнәне аңлата ул. Ҡырҡын уҡытырға, алдан ҡырҡ көн өйҙә ҡөръән сыҡҡан кешегә, хәйер саҙаҡаһы итеп, ҡулынан килгәнсә һәр кеше тояҡлы мал бирә.

Яҡындары мәйетте ерләгәндән һуң бер йыл эсендә, йылына саҡлы ҡәбер өҫтөнә нардуған эшләп ҡуйып, мәрхүмдәрҙең ташҡа исем-шәрифен яҙып ҡуйырға бурыслы. Етеһен, ҡырҡын, йылын уҡытҡанда һәр ваҡыт мәрхүмдәрҙең  яҡындары, ярҙам иткән, һөйәккә кергән, ләхет ауыҙы алған кешеләрҙе саҡырып Ҡөръән уҡытыла.

Был табындарҙың барыһында ла мәрхүмдәрҙең рухына бағышлап, хәйер саҙаҡаһы бирелә.

Мәрхүмде ерләү, иҫкә алыу йолаһы(207)

Күмеүселәр ҡайтыуына өйҙән таба еҫе сығаралар. Йола буйынса, сөсө ҡамырҙан йомшаҡ ҡына итеп баҫып, белен, йоҡа йәймә бешерәләр.

Мәрхүм исеменә, беренсе көнөнән үк  кеше йыйып аят уҡыталар. Унда ла йәймә бешерәләр. Өс, ете, ҡырҡ йоҡа бешерәләр (ҡырҡ көлсә бешереү йолаһы).

Әгәр күмгән көндән алып, етеһенә тиклем мәрхүм төшкә инеп бимазалаһа,  ҡыҙыл сепрәк биреүҙе һораһа, өйҙөң бер ере йыуылмай ҡалған тигән һүҙ. Шуға күрә лә бындай осраҡта өйҙө яңынан һәйбәтләп йыуалар.

Үлгән кешенең ҡайһы бер таҙа кейемдәрен күмеүселәргә тараталар. Юғиһә, мәрхүм теге донъяла йылыға туя алмай, ти. Уны гүр һыуығы язалай. Йыуып ҡуйылған кейемдәрен ҡырҡ көндән генә алалар.

Мәрхүмдең өсөн, етеһен, ҡырҡын, йыллығын уҡытҡанда, оло бабайҙарҙы саҡырып, таҫтамал тараталар. Итле аш, туҡмас бешерелә, килгән бер кешегә әйбер өләшелә.

Ул көндәрҙә сөйҙәге таҫтамалды ҡағып-һуғып, йыуып, элеп ҡуялар. Үлгәндәрҙең рухы (әруахтар)  шунда ултыра, ти.

Мәрхүмдәрҙең көндәрен үткәргәндә, борон уларҙы иҫкә алып, илашып, һамаҡлап ултыра торған булғандар, сүрәләр, мөнәжәттәр уҡығандар. Әруахтар кесаҙна көн кис килеп, йома иртән ҡайтып китәләр, ти. Шуға күрә кесаҙна көн мейес алдын таҙартып, мейесте ағартып, ҡомған ултыртып ҡуялар. Кесаҙна көн тауышлы эш (ҡағыу, һуғыу) тыйыла, ти. Тырнаҡ, сәс киҫеү ҙә тыйыла (юғиһә, үлек алып китә), теректең ғүмере ҡыҫҡара, ти.

Тәҙрәгә күбәләк, ҡош осоп ҡунһа, йә үрмәкес үрмәләп төшһә: “Мәрхүмдең изге хәбәре булһын”, – тиҙәр. Мәрхүм төшкә керһә, хәйер бирергә кәрәк.

Элек әүлиә ҡәберҙәре булған, ундай урындарға тәңкә ташлап, әүлиәнең исемен әйтеп, ҡорбан салғандар. Үткән-һүткән  ҡәбер тирәләй аҡ таш һалып китер булған.

Эсеп, аҙып-туҙып, йә үҙенә ҡул һалып үлгән кешеләрҙе зыярат тышына күмгәндәр. Ҡоролоҡ, әфәт булғанда уларҙың ҡәберенә һыу һалғандар. Улар йыуылмай, тәһәрәтһеҙ күмелгән, үлер саҡтарына тамаҡтарына һыу тамыҙыусы булмаған. Шуға рәтһеҙ күмелгән, улар зар булып яталар, ти.

Үлгән кешене юҡһынып, ныҡ ҡайғырған кешегә ҡәбер тупрағын алып килеп еҫкәтәләр. “Үлек булһа ла – терек”, – тиҙәр. Зыярат янынан үткәндә: “Сөъал яуаптарығыҙ еңел китһен, гүрегеҙ яҡты булһын”, – тип эстән әйтергә. Йырларға, ҡысҡырырға ярамай. Ҡәбер эйәләре: “Ахыр заман ҡасан була?” – тип һорайҙар икән. Шуға ла  янынан үткәндә:

Иҫәнмеһегеҙ, әруахтар,

Иҫәнмеһегеҙ, әруахтар,

Иҫәнмеһегеҙ, әруахтар,

Беҙ белмәйбеҙ,

Белгел – бер Хоҙай! – тип әйтергә тейештәр.

Мәйетте кейендереү(278)

Мәрхүмде кейендергәндә уға иң алдан баштан алып тубыҡҡа тиклем, ожмах күлдәге тегелә, арҡа яғына булмай. Кейем теккәндә бер төйөн дә булырға тейеш түгел. Тиҙерәк һүтелергә уңай булһын өсөн шулай итәләр, сөнки әгәр мәрхүм ожмахҡа эләкһә, унда уға яңы кейем бирәсәктәр.

Мәрхүмдең битенә бөркәнсек ябалар, аҫтына аҡ тауарҙан түшәк һалалар.

Кәфенде аҡ әйберҙән тегәләр. Ҡатындарға ете, ирҙәргә биш ҡат итеп бүләләр.Тәртип буйынса, ир кеше мәйете булғанда – кәфен өс ҡат, ҡатын булғанда – биш булыуы сөннәт. Теккәндә энәне кире ҡаратып сәнсәләр. Кәфендең һәр бер ҡатының исеме бар: беренсеһе – ләфнә – тышҡы урау; икенсе ҡат – әҙер – эске яҡтан урау; өсөнсөһө – лифафа – оҙон әхирәт күлдәге, баштан аяҡҡа тиклем кейҙерелә; дүртенсеһе – ғәүрәт ябыуы – йән еренә ябыу (ир затынан булған мәйеттең йән ерен ябырҙан әүәл уның өҫтөнә бармаҡ буйы ҡушсатлы ағас һалалар (был түл өҙөлөүҙе аңлата); бишенсе – түшенә түшелдерек ябыу; алтынсы ҡат – яулыҡ йә бөркәнсек тип атала. Уныһы әхирәт күлдәгенә ҡуша тегелә, мәрхүмдең башын ҡаплай; етенсе ҡат – билбау – өс ҡат уратып билгә бәйләнә. 1-се ҡат кәфен баштан  алып аяҡ осона етерлек, 2-се ҡат кәфен буйы менән типә-тиң була. 3-сө ҡат баш яғынан да, аяҡ осона да сығып тора. Ирҙәрҙең әхирәт күлдәге тубыҡ аҫтына төшөп тора.

Ирҙәр башына сәллә тегелә. Уның бер осо һалынып, мәрхүмдең арҡаһына төшөп торорға тейеш.

Бәләкәй мендәр тегеп, эсенә мәтрүшкә тултыралар ҙа, мәрхүмдең баш аҫтына ҡуялар.

Кәфен теккән еп артып ҡалһа, берәй ғәрипкә, етем-еһергә бирәләр. Ул епте ташларға йә өйҙә ҡулланырға ярамай.

Мәйет һаҡлағанда 12 кеше 99 йә 100 мәртәбә “лә илаһы” тыңлай. Бер мулла әйтеп уҡып ултыра. Әгәр кеше иҫәбе тулмаһа түлдән (ырыуҙан) ҡалған ҡатындар керә. Барыһы ла 41 кәррә һалымланған еп тартып (тиҫбе) ултыра.

Мәрхүмгә йыназа намаҙы уҡыла.

Уны уҡыу өсөн ҡайһы бер йола-шарттарҙың үтәлгән булыуы фарыз: тәһәрәтле булырға, һәр кем ғосолло булыу, кейемдәре таҙа, баш кейеме ҡағып-һуғып таҙартылған, бөтә урын, баҫҡан, ултырған урындыҡ таҙа булырға тейеш (йән сыҡҡан йорт эсендә сабата олторағына тиклем йыуыла, сөнки, йән биргәндә, әҙәмдең ҡаны ҡырҡ аҙымға тиклем һәммә ергә сәсрәй, ти).

Мәрхүмдең башы ҡибла яғына ҡаратып һалынырға, мәйет йыуылған булырға, уның донъялыҡтағы бурыстарын яҡын туғандары үҙҙәренә алырға (түләр өсөн), мәрхүмдең ниәте атҡарылған (төҫөм итеп, бүләк итеп фәлән-фәләнгә ҡалдырам тигән әйберҙе тапшырыу) булырға тейеш.

Ҡәбер ҡаҙыу йолаһы(200)

Ҡәберҙе ғәҙәттә мәрхүмдең туғандары ҡаҙа. Ҡәбер ауыҙы асыусы алдан билдәләнә.

Ҡәбер өсөн урын таҙа, йәғни иҫке ҡәбер булмаған ерҙән һайлана,  мәрхүмдең буйына ҡарап ҡаҙалар. Ир кешегә кендек тиңенән дә ярай, ҡатын кешегә түш тиңенән ҡаҙыла.  Соҡорҙоң ҡибла яғына кеше һыймалы, ултырғанда башы теймәҫлек уйым яһала (ләхет). Шул рәүешле үҙенсә өй барлыҡҡа  килә. Мәйетте күмеп кешеләр ҡайтып киткәс, һорау алыусы фәрештәләр Нәнкир менән Мөнкир килә һәм үлек тороп ултырып, уларға яуап бирә.

Ҡәбер әҙер булғас, мәйетте килтергәнсе, соҡор янында кеше һаҡта торорға тейеш. Юғиһә, ҡараусыһыҙ ҡалған ҡәбергә ен-шайтан эйәләшә.

Ҡәбер тупрағына баҫырға, төкөрөргә, абынырға ярамай. Ҡаҙыусылар тәһәрәтле,  пак булырға тейеш. Ҡысҡырып һөйләшеү, көлөшөү ҡәтғи тыйыла. Юғиһә ҡәбер эйәһе рәнйей, уның йәне уларға зыян ҡылыуы мөмкин.

Мәйет ҡуйыу(141)

Мәйетте ҡәбергә төшөргәндә ҡәбер ауыҙын шаршау менән ҡаплап торалар. Ҡәбергә мәрхүмдең иң яҡын кешеләре төшә (мәйетте ҡан ҡәрҙәше һалһын, тиҙәр). Төшөргәс, кәфендең бәйҙәрен сисәләр. Бәйҙәр сиселгән урында ҡала (кәфендең бауын мәрхүм тороп ултырып яуап биргәндә уңай булһын өсөн сисәләр).

Мәрхүмдең элек йыя барған сәсен, тырнағын кәүҙәһе янына һалалар, күкрәгенә яуаплама – фәрештәләргә яуап биргәндә уҡыла торған доға ҡуялар.

Һуңынан мәрхүмдең өҫтөнә тәһел ташы тип, ваҡ-ваҡ ҡырсын һибәләр, шунан ләхет таҡталары һөйәйҙәр. Тупраҡ төшмәһен өсөн уның өҫтөнә йүкә ҡабығы йә туҙ йәйелә.

Аҫтыңдан уттар сәсрәр,

Өҫтөңдө тупраҡ баҫыр,

Йылан-саян килдениһә,

Ни тип яуап бирерһең?

Эй, Хоҙайым, ярлыҡа,

Доғаларымды тапшыр,

Белгәнемде ғәфү ит,

Белмәгәнемде белдер!

Мәйетте ҡәбергә ҡуйғанда шулай тип  әйтһәләр, был үлек һәйбәт икән, быға йылан ебәрмәйек, тип әйтә, ти, ҡәбер фәрештәһе. Ҡәбергә төшөп, мәйетте урынлаштырып сыҡҡан кешеләргә һумлыҡ аҡса бәйләп таҫтамал бирелә.

Ҡәбергә тупраҡты тәүҙә услап, һуңынан көрәкләп һалалар. Көрәкте кешеләр бер-береһенә ҡулдан-ҡулға бирмәйҙәр, ергә һалалар. Ҡәбер үҙенең тупрағы бөткәнсе күмелә. Ҡәбер ҡаҙғанда ла, күмгәндә лә тирләргә ярамай, юҡһа, әҙәмде сир ала. Мәрхүмдең күкрәге тапҡырына тупраҡ бейегерәк, ә аяҡ осона һарҡыуыраҡ өйөлә.

Ҡарт-ҡоро тупраҡ һалғанда, доға уҡып, әйтемләп тора:

Яратҡан тупрағыма,

Ятасаҡ мәҡамыма,

Бирәсәк сөъалыма,

Яратҡан яппарыма,

Сәләм әйткел, һеу Алла,

Сәләм әйткел, һеү Алла!

Күмгәс, ҡәберҙең 4 мөйөшөнә дүрт кеше ултырып, тағы ла йыназа уҡый, тәҡбир әйтә. Муллаға гүр саҙаҡаһы бирелә.

Тим ағасын һүтеп, бер урынға һөйәп ҡалдыралар. Үлгән кеше исеменә ете (йә 12) йәштән йыйған гонаһына тип, мулла Ҡөръән уҡый (ҡатын-ҡыҙҙың ете йәштән, ир-аттың 12 йәштән гонаһтары иҫәпкә алына). Зыяраттан ҡайтҡанда аяҡ кейемендә тупраҡ булырға тейеш түгел, көрәкте йыуырға, юғиһә тупраҡ ҡайтһа, тағы ла мәйет сыға.

Әруахтарҙы иҫкә алыу(121Фәзлиәхмәтов Миңлегәрәй олатай иҫкесә төрки китаптарын яҡшы уҡый, яҙа белә, Ҡөръән сүрәләрен яттан белә ине, күп йылдар ауылда мулла вазифаһын башҡарҙы. Уның бик яҡшы бер ғәҙәте бар ине, эсеп, тәртипһеҙ ҡыланып, йәки үҙ-үҙенә ҡул һалып үлгән мәйеттәрҙе оҙатырға бармаҫ ине, саҡырһалар ҙа хәйлә ҡоропмо, бәлки, выжданы ҡушмағанмы, бындай кешеләргә бармаҫ ине.)

Үлем түшәгендә ятҡан кешенең баш осона ултырып ясин сүрәһе, унан һуң фатиха сүрәһе уҡыла.

Ерләгәндән һуң Ҡөръән уҡытып, өсөн, етеһен, ҡырғын, йылын үткәреп, әруахтарҙың рухын шатландырырға кәрәк. Йыйылған мәжлестәге халыҡҡа саҙаҡа хәйере бирелә. 40 көн буйына бар белгән кешенән Ҡөръән уҡытыла, хәленән килгән кешеләр гүр саҙаҡаһына күмгән көндө тауыҡтың аяғын ҡомғанға һалынған һыуҙан ағыҙып йыуып, бер уҡымышлы, аҡ диндә булған мосолман бәндәһенә тапшыра.

40 көн Ҡөръән  сүрәләрен уҡыған кешегә дүрт аяҡлы ваҡ хайуан бирелә.

Уҡығанда бер нисә кеше лә уҡырға мөмкин. Бер нисә сүрәнән һуң, уң яҡтағы кешегә “сәҙәкәл ләһүл ғәлиүм ғәзим” тип, уҡырға күршеһенә бирә ала элегерәк уҡығаны.

Әруахтарҙың кем булыуына, нисек үлеүенә ҡарамаҫтан хәйер-саҙаҡа бирелә – был изге бурыс. Саҙаҡа биреүҙе, тәүҙә өйҙә, төп йортта, ҡалған кеше башҡарырға тейеш, унан һуң башҡалар. Кешенең уң ҡулына биреп; “Бисмиллаһир-рахманир-рахим”, – тиергә. Хәйерҙе был әруахтың нәҫел кешеләре генә түгел, әруахтар тыныс ятһын, ата-бабалар, беҙҙән хәйер-доға өмөт иткән кешеләр рухына тип, башҡа кешеләр ҙә бирә ала.

Аштан һуң йорт хужаларына, ошонда булышҡан барса кешеләргә рәхмәт әйтеп, доға уҡыла. Сығып киткәндә, ишектән уң аяҡтан башлап, әруахтың рухы рәнйеп ҡалмаһын, хужаларҙың хәйер саҙаҡаһы ҡабул булһын, изге ғәмәл башҡарҙылар, Аллаһы тәғәлә  барығыҙға иҫәнлек-һаулыҡ бирһен, Аллаһы рәхмәтендә булығыҙ тип, һаубуллашыу мотлаҡ. Былай эшләгәндә, күңелең таҙарыр, мин был әруахҡа ысын күңелдән доға ҡылдым тигән уй һәр ваҡытта алдан йөрөр.

Ҡәбер тәрбиәләү йолаһы(244)

Борон зыяратты, ҡәберҙәрҙе тәрбиәләп торғандар. Зыяратты бөтә ауыл бер булып ҡойма менән уратҡандар. Имән бағаналарға һәр кем үҙенең тамғаһын кирткән. Шул бағаналарҙағы тамғалар ҡойма кемдеке булыуын әйтеп торған. Йығылған ағасты, һынып төшкән ботаҡтарҙы ла йыйыр булғандар. Күренекле кешеләр, әүлиәләрҙең ҡәберен аҡ таш менән уратыу ғәҙәте булған.

Ҡорбан салыу тәртибе(121)

Аллаһы собханалла вә тәғәлә беҙҙең малдарҙы мосолманса ҡорбан салып ашарға тәҡдим иткән. Ҡорбан ашы ризыҡ булып барыр, уны ашағандарға сир кермәҫ тигән.

Мал салған кеше таҙа, тәһәрәтле булырға тейеш, кәйефе насар, ауырыу кеше малға яҡын килергә тейеш түгел. Сөнки ҡорбан салыу Аллаһы Тәғәлә бойороуы буйынса башҡарыла. Беренсе һүҙ Алла исеменә бағышлана. Ҡиблаға ҡарап, ҡулыңды алға ҡуйырға, “Бисмиллаһи Аллаһыу әкбәр!” – тип әйтеп, доға ҡылына. Башҡа эштәрҙән айырмалы, “әр рахман рахим” тигән һүҙҙәр әйтелмәй.

Мал салғанда бысаҡ ныҡ үткер, бер генә һелтәү менән башҡарылырға тейеш, уң ҡул менән, изге ниәттә. Малдың төйөрө баш өлөшөндә ҡалып, тын юлы, ҙур тамырҙары ҡырҡылыу мотлаҡ.

Аллаһы Тәғәлә барса хәленән  килгән  мосолманға, Алла исеменә бағышлап, ҡорбан салырға ҡушҡан. Ҡорбан итенең бер өлөшөн үҙенә алып, ҡалған өлөшөн уҡый белгән, күңеле саф, хаҡ тәғәлә, ислам динендә булған бәндәләргә бирергә тейеш. Эскән, йүнһеҙ юлда булған кешеләргә биреү – гонаһлы, һауабы булмаҫ.

Ата-инәй, яҡындар рухына ҡорбан салыу тәртибе бар. Уны Ҡорбан ғәйете менән бутарға ярамай.

Мәжлес йыйып Ҡөръән уҡытырға ла була, эсеү-эскелек бындай урында ҡәтғи тыйыла, был – Аллаһы алдында ҙур гонаһ.

Ата-инәң, яҡындарыңа ла ҡорбан салыу бар, тик быны Ҡорбан ғәйете менән бутарға ярамай: беренсеһе Аллаға төбәлһә, икенсе яҡындар рухына, күңел тыныслығы ниәте менән башҡарыла. Ҡиблаға боролоп ниәтен ҡылғанда: “Йә Раббым, һинең ризалығыңа өмөт итеп, ҡорбан салырға ниәт ҡылдым. Әжер һауаптарыңды атайым фәлән улы фәләнгә бағышлайым. Уның рухына ирештерһәң ине, йә Раббым”, - тип доға ҡылып, ғәмәлде башҡараһың. Әгәр дөрөҫ әйтмәһәң, Аллаһы тәғәлә әйтеп салған ҡорбанды ҡабул итмәҫ, бик ҙур гонаһ эшләп, әруахтарҙың күңеле рәнйер. Күргән төштәрең гел яманға булыр, йортоғоҙҙа йәм тапмаҫһыҙ, күңелегеҙ гел төшөнкөлөктә булыр.

Ҡорбан байрамы(177)

Ҡорбанға орғасы малды тәғәйенләйҙәр. Бәлә-ҡаза күрһәң, ҡорбан салып, ҡунаҡ йыйырға кәрәк. Ҡорбанға етемдәрҙе, ғәриптәрҙе саҡырғандар. Ҡорбан итенең һөйәген эткә бирергә ярамай. Башын хәйергә биргәндәр.

Һыйыр быҙаулағанда йола-ырым(113)

Һыйыр быҙаулағас, ыуыҙын малай кешегә беренсе эсерһәң, киләһе йыл үгеҙ быҙау тыуар. Ҡыҙ кешегә эсерһәң, орғасы быҙау тыуа.

Һыйыр быҙаулағас, уның тәүге һөтө ыуыҙ була. Шунан ҡоймаҡ бешерәләр. Ыуыҙ ҡоймағына ҡунаҡ йыялар. Шулай эшләгәндә, һыйыр һөтлө була.

Туй йолалары (263)

(Информант уларҙы әсәһе Хәҙисә Ситдыҡ ҡыҙынан яҙып алған)

Никах уҡыған ваҡытта тышҡы ишекте  бикләп ҡуялар ҙа, никах уҡылып бөтмәйенсә, бер кемде лә индермәйҙәр. Әллә ниндәй важный кеше булһа ла, ололар әйтеүенсә,  был сара йәштәр араһына ен-шайтан шауҡымы теймәһен өсөн кәрәк.

Ишектән кергәндә кейәүҙән һәм кейәү егетенән балдыҙҙарға, еңгәләргә бүләк тейеш. Һәр кем хәленсә, уңғанлығына ҡарап бүләк әҙерләй. Был буласаҡ кейәүгә тормош көткәндә тел, терәк ярҙамы булырлыҡ кешеләрҙе үҙенә ылыҡтырыу өсөн кәрәк.

Кейәү мискәһе – һәр туйҙа мотлаҡ үтәлә торған йола. Кейәү мискәһен ҡыҙҙың ағай-еңгәһе йәки яҡын ағай-энеһе аса. Хәленә ҡарап, “Айыры тояҡ һарыҡ” әйтәләр, асалар ҙа табындағы кешеләргә тәмләтеп сығалар. Ә кейәү мискәһе өҫтөнә улар өсөн бүләк һалына (күлдәк һәм күлдәклек тауар 4-5 метр һ.б. шуның кеүек кәрәк-яраҡ әйберҙәр).

Туй мәжлесендә ағай-эненең татыулығына ҡарап, кейәү бейетеү, килен бейетеү таралған.

Ҡыҙ яғында кейәүҙе бейергә саҡырһалар, бейергә төшмәй. “Айыры тояҡ әйтеп бейетәм!” – тигәс кенә төшөп бейей кейәү.

Киленде егет яғында шулай уҡ айыры тояҡ әйтеп бейетәләр.

Ҡыҙ сәк-сәген тәмләп аҡса, бүләк һалыу ғәҙәте лә үтәлә һәр саҡ. Еңгә (килендәш) сәк-сәкте күрһәтә, өҫтәлдәге бүләкте ала, сәк-сәкте тәмләтеп, күрһәтеп мәжлестәге һәр кемде урап сыға. Аҡса, бүләк йәштәргә бирелә.

Ҡоҙаларға ҡайтыр ваҡыт еткәс бүрәнәгә бүрәнә менән төртөү ғәҙәте бар. Бер нисә кеше тыш яҡтан төп ҡоҙалар ултырған турала бүрәнә төртәләр. Был бер нисә ҡабат ҡабатлана. Шаян һүҙ, төртмә таҡмаҡтар менән ҡоҙаларҙы ҡуҙғаталар юлға.

Ҡайтып киткәндә, ҡоҙалар ваҡ аҡса, кәнфит һибеп китеү ҙә – матур йола. Ҡыҙы йәки улына яҡшы ҡараш, ҡоҙаларҙы маҡтап һөйләһендәр өсөн шулай башҡарыла. Һипкәндә: “Ризығы менән ҡалһын, килһен!” – тип теләк әйтелеп башҡарыла.

Ҡәйнештәргә, балдыҙҙарға, ҡайынһеңлеләргә бүләк таратыу – мәжбүри йола. Килен кеше һыу юлында алъяпҡыс, бирсәткә, ҡулъяулыҡ таратып, ҡәйнеш, ҡайынһеңлеләрен үҙенә ылыҡтыра. Сөнки донъя көткәндә улар иң кәрәк кешеләр, ярҙамсылар буласаҡ.

Ә кейәү балдыҙҙарына биҙәнсектәр бүләк итә, ҡәйнештәренә бәке биреп, үҙ яғына ауҙара. Һәр эштә, мәшәҡәттә улар менән бергә йәшәргә кәрәк бит, шунан сығып башҡарылған эш.

Бәпес үҫтереү йолаһы (256)

Бәпес ҡайтып бер нисә көн үткәс, ағай-эне, дуҫ-иш, күрше-күлән, һәр кем үҙ-ара һөйләшеп, бәпес үҫтерергә киләләр.

Йәш әсәгә тәмле итеп аш, ҡоймаҡ, бәлеш бешереп алып киленә, йәш бәпескә бүләк алып, матур, бәхетле бул, ата-инәле, ата-инәңә ярҙамсы, илгә терәк, иман килтереүсе бул тип, теләктәр әйтелә һәм бүләк тапшырыла. Әсәй кешене мәшәҡәтләү, йөрөтөү ҡәтғи тыйыла. Һыйҙар алып килгән кешеләр табынды үҙҙәре әҙерләп, үҙҙәре хөрмәт күрһәтә әсә менән бәпескә.

Баланың әсәһен, туғандарын саҡырып һыйлау ғәҙәте лә бар. Күстәнәс бик мул әҙерләнеп бирелә йәш әсәгә.

Баланың әсәһе йәки оләсәһе килеүселәргә бүләк (яулыҡ, ҡулъяулыҡ, еҫле һабын һ.б.) тарата. Бүләк “бәпес бүләге”, “бәпес күстәнәсе” тип бирелә. Табында матур теләктәр әйтелә.

Бәләкәй балалар бәпес күрергә килә. Әсәй кеше уларға “бәпәй күстәнәсе” тип кәнфит, печенье һ.б. нимәләр бүләк итә. Йыр, шиғыр һөйләтәләр. Балалар бик ҡәнәғәт булып тарала.

Бәпес алып ҡайтҡан әсәгә атай кеше алтын йөҙөк, алтын алҡа бүләк итә. Бала өсөн шатланыу, баланы, әсәне ҙурлау билгеһе ул. Был матур йола башҡорт  ауылдарында элек-электән йәшәп килә.

Һабантуйҙа ат ярыштары(34)

Һабантуйҙың иң ҡыҙыҡ, иң мөһим күренеше ат ярышы була торғайны. Һәр ауылда  иң яҡшы аттарҙы, айҙар буйына ҡарап, ярышҡа әҙерләйҙәр ине. Элегерәк башҡорт аралары ауылында аттарҙа төрлө ярыштар уҙғарғандар.

Шуларҙың береһе – атта уҙышыу. Ул – “бәйге” тип атала. Йыйындың бер асыҡ урынында, йә тау башында ҡолғаға (ат бейеклегендәге) яулыҡ бәйләйҙәр ине, беренсе килгән ат (һыбайлы) шул яулыҡты эләктереп алып китергә тейеш.

Ат сабышыуҙың оҙонлоҡтары төрлөсә булған. Мәҫәлән, Ҡаҙанғол һабантуйҙарында  иң йыраҡ ара Яңы Ябалаҡтан булды – 20 саҡрымдар тирәһе. Суҡраҡлы ауылынан – 15, Әлбәй ауылынан 10 саҡрым. Ҡолға төрлө йылда төрлө алыҫлыҡта ҡуйыла ине. Һуңғараҡ, һуғыштан һуңғы йылдарҙа, ҡолғаға яулыҡ ҡуйыу бөттө, былай ғына уҙышырҙар ине.

Элек, олатайҙар һөйләүе буйынса, бәйгенән тыш, ҡылыс менән тал баштарын киҫеү булған. Был – бик боронғо ярыш.

Һәр бер атҡа ат бейеклегендә 20-30-лап тал ҡаҙап, шуларҙы айырым рәт-рәт ҡағып ҡуйғандар. Аттар уҙышып, ат башындағы һыбайлы ҡылыс менән  ошо талдарҙы ҡыйпып үтәргә тейеш булған, финиш янындараҡ нисәҙер алыҫлыҡта бер генә дөйөм тал ҡуйылған, кем беренсе булып ҡыйпып үтә, шул мәргән һыбайлы һаналған.

Өсөнсө ярыш 100 м. алыҫлыҡта бер-береһенә ҡапма-ҡаршы атта сабып килеп  бер һыбайлы икенсеһен төртөп, йә тартып төшөрөргә тейеш булған, йә булмаһа ҡапсыҡҡа һалам тултырып, бер-береһен, ҡапма-ҡаршы атта сабып килеп ҡапсыҡ менән һуғып төшөрөү, етеҙ һыбайлылар өсөн ерҙән әйбер эләктереп алыу кеүек ярыштар ҙа булған. Был ярышты ярыш аттары түгел, бындай аттарҙа ла уҙғарырға мөмкин булған.

Ярыш аттарын бик яҡшы итеп ҡарарҙар ине, һабантуйҙарҙа һәр ваҡыт ышаныслы кешеләрҙән һаҡсы ҡуйырҙар ине. Сит-ят күҙҙәрҙе күҙе теймәһен, аттың ҡото китмәһен өсөн боронғо йола буйынса аттың ялын ҡыҙыл таҫма менән үреү ғәҙәте бар ине. Уны йома көн үреп йома көн алыштырып тороу ғәҙәте бар ине, име